+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 10:33

Диңгеҙ буйындағы фажиғә

Көндәрҙең ныҡ эҫе булыуы көтөлә. Тимәк, йылға-күл буйҙарында тағы халыҡ күбәйәсәк. Тик һаҡ булһағыҙ, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһәгеҙ ине.

Балалар әҙ генә ваҡытҡа ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Ошо көндәрҙә Анапа ҡалаһынан йыраҡ түгел бер ауылда диңгеҙ буйында фажиғә булған. Краснодарҙан ял итергә барған өс балалы ғаилә яр буйында палатка ҡорған. Малайҙары ҡомда соҡор ҡаҙып уйнағанға атай-әсәйҙәре артыҡ иғтибар итмәгән. Әммә иртәнсәк балаларының иң бәләкәсе тәрән соҡорға төшкәс, өҫтөнә ҡом ишелеп төшөп, күмелеп ҡала. Ағайҙары әсәләрен ярҙамға саҡыра, улар улдарын ҡом эсенән алып, тиҙ ярҙам саҡырта, тик 8 йәшлек баланы ҡотҡара алмайҙар. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла, ата-әсәһенә ҡанун буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Алла һаҡлаһын, ниндәй ҡайғы...
Читайте нас: