"Балҡыш" фестивале онлайн форматта үтәсәк
"Балҡыш"("Сияние") Халыҡ-ара Өфө йәштәр кинофестивале 7 - 11 июлдә онлайн форматта уҙасаҡ.
Программала 14 - 25 йәшлек йәш режиссёрҙарҙың фильмдарын ҡарау, күренекле кино индустрияһы эшмәкәрҙәренән оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Фестивалгә донъяның 110 иленән 3 мең фильм тәҡдим ителгән. Еңеүселәр билдәләнәсәк. Тамашасы булараҡ ҡатнашырға теләһәгеҙ, тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең рәсми сайтында бирелгән: kinofest.info.