Тыуымдың үҫешенә лә иғтибар тағы ла арттырыласаҡ. Шулай булһа ла, сит илдәрҙән килгән граждандарға мохтаж икән илебеҙ. "Әлбиттә, һүҙ күберәк үҙебеҙҙең ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ, урыҫ телле, мәҙәниәтле кешеләр, тураһында бара. Үҙҙәрен Рәсәйҙеке тип һанаған кешеләр икеләтә-өсләтә кәрәгерәк", - ти Владимир Путин. Уның әйтеүенсә, ил йәш, һау-сәләмәт, белемле, ғилем алырға теләге булған йәки хәҙерҙән эшләй башларға әҙер квалификациялы мигранттарҙың килеүен көтә.