+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 13:57

"Ете егет" проекты дауам итә

Былтыр "Ете егет" тапшырыуҙарын яратып ҡарағайныҡ. Башҡортостандың төрлө райондарынан 7 башҡорт егете ҡатнашҡан реалити-шоу күптәргә оҡшаны.

Күп һорауҙар буйынса журналист, продюсер Рита Өмөтбаеваның был проекты быйыл да дауам ителә.Икенсе миҙгелде Йылайыр, Ейәнсура райондарында төшөрәсәктәр. Ишембай, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Учалы, Баймаҡ райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан шәп егеттәр һайлап алынған. Улар, балта оҫтаһы, умартасы, тире эшкәртеүсе, тимерсе булараҡ, ҡайын туҙынан әйберҙәр эшләп, уҡ атып ярышасаҡ.
Еңеүсе тамашасыларҙың SMS-тауыш биреүе һөҙөмтәһендә асыҡланасаҡ. Төп бүләк - башҡорт тоҡомло ат.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: