+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 11:54

Туризм буйынса милли проект өҫтөндә эшләйҙәр

Tуризм буйынса федераль агентлыҡ ил етәкселеге ҡушыуы буйынса "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" тигән милли проект өҫтөндә эшләй.

Был турала ТАСС агентлығына уның етәксеһе Зарина Догузова хәбәр иткән. "Туризм - иҡтисадтың мөһим һәм алдынғы өлөшө. Ул - мәшғүллек тә, граждандарҙың ялы һәм һаулығын нығытыуы ла, төбәктәрҙең үҫеше, илдең тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, донъяла танылыу, инвестициялар йәлеп итеү, шулай уҡ бүтән өлкәләргә лә йоғонто яһай", - тигән ул. Был документ 2020 йылдың аҙағына ҡабул ителер, тип күҙаллайҙар.

Фото: yandex.com
Читайте нас: