+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 11:33

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп төҙөләсәк

"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөләсәк.

Белем усағының 30 йыл торған бинаһы авария хәлендә, тип табылғайны, хәҙер уның урынына дүрт ҡатлы, майҙаны 8 мең квадрат метр булған яңы мәктәп һалынасаҡ. Тамаша һәм спорт залдары, уҡыу бүлмәләре, ашханаһы булған заманса мәктәп 2021 йылға төҙөлөп бөтөр, тип күҙаллана.

Фото: yandex.com
Фото: Госстрой.
Читайте нас: