+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 11:12

Путин Ҡытай Xалыҡ Республикаһы етәксеһе менән нимә тураһында һөйләшкән?

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин менән телефондан һөйләшеү ҡытайҙарҙың тәҡдиме менән булған.

Си Цзиньпин Владимир Путинды Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙең уңышлы үтеүе менән ҡотлаған. Беҙҙең ил етәксеһе иһә ҡытайҙарҙың Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парадта ҡатнашыуы өсөн рәхмәтен белдергән.
Был һөйләшеү ваҡытында ике ил араһындағы партнёрлыҡҡа юғары баһа бирелгән. Коронавирус пандемияһы осоронда уларҙың бер-береһенә ныҡ ярҙам итеүе - бының асыҡ сағылышы.
Артабан да халыҡ-ара аренала, Берләшкән милләттәр ойошмаһының хәүефһеҙлек советы, ШОС һәм БРИКС сиктәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү дауам ителәсәк.

Фото: ТАСС
Читайте нас: