+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 10:19

Автоҡаласыҡ та буласаҡ

Өфө ҡалаһының Ленин районындағы "Тулҡын" паркын төҙөкләндереү дауам итә.

Ул "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
"Тулҡын"да ғаилә менән ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Балалар, спорт, хоккей майҙансыҡтары бар. Ҙур сәхнә лә эшләнгән. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: бында балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн үҙенсәлекле автоҡаласыҡ төҙөлгән. Заманса видеокүҙәтеү системаһында йөҙҙән артыҡ камера ҡуйылған.
Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлы мөхит булдырылған.

Читайте нас: