Мәғариф буйынса август кәңәшмәһен дистанцион формала үткәрергә мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән.Был сараны улар Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мәғарифты үҫтереү институты, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы һәм урта махсус уҡыу йорттары директорҙары советы менән берлектә әҙерләп уҙғарасаҡ. Ойоштороу комитеты етәксеһе итеп Хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тәғәйенләнгән.