+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 10:35

"Маршрут төҙөлгән"

Эске туризмды үҫтереү маҡсаты менән Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы "Маршрут төҙөлгән" махсус проектын булдырған. Күптән түгел уның картаһын тағы ике тәбиғи биләмә тулыландырған. Береһе - беҙҙең республикалағы "Башҡортостан" милли паркы.

Яңыраҡ уны абруйлы ҡунаҡтар килеп күрҙе. Улар араһында Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Попова һәм Дәүләт Думаһынан Вячеслав Фетисов та бар ине.
"Күп яҡлы Күперле" турист маршруты, шулай уҡ Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында "45 квартал" экокемпингындағы һәм "Бейек тау" экоһуҡмағындағы яңы объекттар күрһәтелде.
Әйткәндәй, "Башҡортостан" милли паркы "Экология" милли проектының "Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү" федераль проекты сиктәрендә булдырылған.

Читайте нас: