+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 12:57

Путин коронавирус тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин, беҙҙә коронавирустан үлеүселәр һаны бүтән илдәр менән сағыштырғанда күпкә, бер нисә тапҡырға кәмерәк, тип белдерҙе.

-"Ковид-19" вирусына лайыҡлы ҡаршы торорға беҙҙең дөйөм берләшеү ярҙам итте. Пандемия ваҡытында ҡарарҙар ҡабул иткәндә иң тәүҙә граждандарҙың һаулығы һәм хәүефһеҙлеге күҙ уңында тотолдо. Етәкселәрҙең, медицина, фәнни үҙәктәрҙең, эшлекле берләшмәнең, ирекмәндәрҙең көсөн бергә тупланыҡ. Коронавирус менән көрәш дауам итә, әммә ыңғай яҡҡа үҙгәреш бар. Тәүлек һайын сирләүселәр яҡынса бер үк һанға арта, әммә һауығыусылар күбәйә. Хәҙер һаҡ ҡына иҡтисадҡа һәм социаль мөхиткә эпидемия килтергән зыянды бөтөрөү буйынса эшләргә кәрәк,- тине Путин стратегик-үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында.

Читайте нас: