+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 14:00

"Үлемһеҙ полк" илһөйәрлек маршы киләһе йылда үтәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Үлемһеҙ полк" акцияһын киләһе 2021 йылға күсереү тәҡдиме менән килеште.

"Үлемһеҙ полк" акцияһын 26 июлдә үткәрергә тәҡдим ителгәйне. Әммә белгестәр коронавирус эпидемияһы сәбәпле, уны кисектереп торорға кәңәш итте. Владимир Путин илһөйәрлек маршын киләһе йылда ҙурлап һәм лайыҡлы үткәрергә вәғәҙә итте. Рәсәй Президенты Керчь ҡалаһында судно төҙөү заводы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе.
Фото: Екатерина Шлюшенкова / РБК.
Читайте нас: