+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 09:43

"Үҫеш нөктәһе" киңәйә

"Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" төбәк проекты буйынса республикала тағы 42 "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәге асыла, шулай итеп, улар бөтәһе 175-кә етәсәк.

Әле яңы асыласаҡ үҙәктәргә "Информатика", "Технология", "Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" буйынса уҡытыу өсөн ҡорамалдар һәм материалдар килтерелә. Улар иҫәбендә 3D принтер, вируаль ысынбарлыҡ шлемы, квадрокоптерҙар, медиаҡоролмалар бар. Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре яңы уҡыу йылына әҙер булырға тейеш.
Читайте нас: