+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 09:00

Кеше һаулығы - төп милли маҡсаттарҙың береһе

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең 2030 йылға тиклемге үҫешенең милли маҡсаттары тураһында указға ҡул ҡуйған.

Төп милли маҡсаттар кешеләрҙең һаулығы һәм именлеге, уларҙың һәләттәрен үҫтерергә һәм бойомға ашырырға мөмкинлек биреү, йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу, һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ, цифрлы трансформация менән бәйле.
Әйтәйек, 2030 йылға спорт менән шөғөлләнеүселәр халыҡтың 70 процентын тәшкил итергә тейеш. Ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткерергә, ярлылыҡ кимәлен 2017 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәметергә кәрәк. Рәсәй белем биреү сифаты буйынса алдынғы ун ил иҫәбенә инергә тейеш.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Читайте нас: