+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 11:09

Путин Пенсия Фонды идаралығы рәйесе менән осрашып һөйләште

Президент Владимир Путин менән Максим Топилиндың эшлекле осрашыуы коронавирус пандемияһы айҡанлы социаль түләүҙәр тураһында һөйләшеүҙән башланды.

Максим Анатольевич белдереүенсә, күптәр 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн июнь һәм июль айҙарына унар мең һум социаль түләүҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза яҙып алған. Әммә эш дауам итә, сөнки интернет булмаған төпкөл, таулы райондар бар, ҡайҙалыр мәғлүмәт барып етмәүе ихтимал, социаль түләү алырға тейешле ғаиләләрҙе асыҡлау дауам итә, тиҙҙән был эш уңышлы тамамланыр.
Әсәлек капиталы тураһында ла һүҙ булды. 15 апрелдән бирле әсәлек капиталын алыу өсөн Пенсия фондына ғариза яҙыуҙың кәрәге юҡ. Сөнки яңы тыуған балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу менән, мәғлүмәт Пенсия фондына ебәрелә һәм әсәлек капиталы тәғәйенләнә. Шулай итеп, бөтәһе лә автоматик рәүештә башҡарыла.
Әйткәндәй, быйыл хеҙмәт кенәгәләрен дә электрон вариантҡа күсерергә тәҡдим иттеләр. Кемдер күсте, күптәр, әлбиттә, ҡағыҙынан айырылырға теләмәне. Ә бына киләһе йылдан эшкә урынлашасаҡ йәштәргә тик электрон хеҙмәт кенәгәһе генә асасаҡтар.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: