+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 16:25

Ух-ти, бейеүгә төшөп китерҙәй булаһың...

2020 йыл күп көтөлмәгән яҡтары менән тарихта тороп ҡаласаҡ инде. Уйламағанда бар донъяны баҫып алған "тажлы" вирустың һаман бөтмәүе аптырата. Шуға бәйле бик күп саралар ҙа ойошторолмай ҡалды. Бигерәк тә мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙың иҫтәлекле сығарылыш кисәләрен үткәреү мөмкинлеге булмауы ла ошо коронавирусҡа бәйле шул.

Ни хәл итәһең?! Барыбыҙ ҙа бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш, тип ризалашабыҙ. Эйе, тиҙерәк был күңелһеҙ мәлдәр үтеп китһен инде.
Дуҫтар, төшөнкөлөккә бирелмәйек! Ошо мәлдәр ҙә үтеп китер, Алла бирһә! Әйҙәгеҙ, бер-аҙ кәйефтәрҙе күтәреп алайыҡ. Былтырғы сығарылыш уҡыусыларының видеоһын ҡарағыҙ әле, ана нисек баҫалар! Ух-ти, бейеүгә төшөп китерҙәй булаһың...
Читайте нас: