+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 13:02

«Йәншишмә»нең йәштәше

Тап 90 йыл элек Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) асыла. Ул «Йәншишмә» гәзите менән йәштәш.

Башҡортостан ауыл хужалығы институты СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 237-се Ҡарары нигеҙендә 1930 йылдың 23 июлендә асыла. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының фән, юғары мәктәп һәм технолоогик сәйәсәт министрлығының 23-сө Ҡарары нигеҙендә 1993 йылдың 15 февралендә университет статусы ала.
Был уҡыу йортонда агротехнология һәм урман хужалығы, биотехнологиялар һәм ветеринар медицина, механика, тәбиғәтте төҙөкләндереү һәм төҙөлөш, энергетика, аҙыҡ-түлек технологиялары, иҡтисад факультеттары бар.
2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәре докторы, профессор Илдар Исмәғил улы Ғәбитов етәкләй.
Фотолар https://www.bsau.ru/ сайтынан алынды.
Читайте нас: