+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 13:24

Ысынлап та шулай булырмы икән?

Ныҡ эҫе көндәрҙән һуң ҡойма ямғырҙар башланып, көндәр һалҡынайып киткәс, күптәр, бына йәй менән дә хушлашабыҙҙыр инде, тип уйлап ҡуйғандыр, алда, ни тиһәң дә, август бит. Әммә синоптиктар икенсе төрлө фаразлай бит әле.

Улар Башҡортостанға 30 градуслыҡ эҫелек август башында яңынан киләсәк һәм йәй аҙағынаса дауам итәсәк, ти. Ҡыуаныр инек, әлбиттә. Исмаһам быйыл йәйҙе күрҙек, тип әйтер инек. Тик бына эҫелек менән хәүеф йәнәшә йөрөгәнен оноторға ярамай. Күпме урман янды, күпме ҡош-ҡорт һәләк булды... Ә күпме кеше һыуға батып, ғүмерҙәре өҙөлдө? Ярай әле, Аллаһы Тәғәлә ямғырын биреп, фажиғәләрҙе туҡтатты.
Кешеләр һабаҡ алғандыр, киләсәктә тәбиғәтте һәм үҙҙәрен һаҡлауға ҙурыраҡ иғтибар бүлерҙәр, тип ышанабыҙ.
Фото: vk.com
Читайте нас: