+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 15:52

"Велосипедсы" операцияһы башлана

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөгөндән Өфө ҡалаһында "Велосипедсы" тигән акция үткәрә.

Сараның маҡсаты - юл ҡағиҙәләрен боҙған велосипедсыларҙы асыҡлау, улар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү. Быйыл "тимер ат"лылар менән 34 күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Зыян күреүселәр араһында 15 бала бар. Велосипедта йөрөгәндә йыш ҡына юл ҡағиҙәләрен боҙалар шул. Мәҫәлән, юл аша унан төшөп атлап сығырға кәрәк.
Йәйгеһен велосипедта йөрөмәй булмай инде, әммә һаҡ булығыҙ, һаулығығыҙҙы, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Әйткәндәй, юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 800 һум күләмендә штраф ҡаралған.
Фото: zen.yandex.ru һәм prokatski.ru
Читайте нас: