+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 12:05

450 кешегә сумаҙан һәм бүләккә велосипед йә фотоаппарат

75 йыл элек Өфө ҡалаһы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең беренсе эшелонын ҡаршы ала.

Тап ошо көндә, 1945 йылдың 28 июлендә, 40 вагондан торған состав Өфөгә килеп туҡтай. Паровоз ҙур сәскәләр гөлләмәһе һәм Иосиф Сталиндың портреты, «Беҙ – Берлиндан!» тигән яҙыу менән биҙәлгән була. 450 кешенән торған беренсе эшелондың 290-ы – баш ҡаланан, 160-ы ауыл кешеләре була. Һәр береһенә сумаҙан, бүләккә улъя велосипед йә фотоаппарат бирәләр.
Был ваҡиға тураһында Үҙәк дәүләт архивында бер нисә документ һаҡланған. ВКП(б)-ның Өфө ҡала комитеты бюроһы ҡарар ҡабул итә. Унда яугир-фронтовиктар менән йылы осрашыуҙар ойошторорға, тип райкомдарға, партия һәм комсомол ойошмаларына йөкләмә бирә. Баш ҡалала 250 мең һум күләмендәге аҡса, 3 мең килограмлыҡ иген, 15 тонналыҡ картуф һәм йәшелсә, аҙыҡ-түлек фондтары ойошторола. Яғыулыҡ әҙерләүен көсәйтеү, торлаҡ майҙандарын арттырыу буйынса саралар күрелә. Заводтарҙа эш урындары булдырыла.
1945 йылдың 28 июлендә Өфөнөң тимер юлы станцияһы Еңеү байрамы төҫөн ала. 450 кешене вокзал алды майҙанында икмәк-тоҙ, гөлләмәләр менән ҡаршы алалар. Өр-яңынан, ҡупшы итеп кейенгән яугирҙарҙың бер өлөшө тыуған яҡтарына тиҙерәк ҡайтып етер өсөн пристангә ашыға. Улар Ағиҙел буйлап пароходта ауылдарына ҡайта. Республиканың партия етәкселәре фронтовиктарҙы трибунанан ҡотлай, тыныс хеҙмәттә уңыштар теләйҙәр. Митинг кис һуң ғына ябыла.
Фотолар: Аркадий Шайхет, Николай Ситников.
Читайте нас: