+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 12:24

Ике имтихандан 100-әр балл алған

Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаған Анна Хайтина математиканан һәм информатиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған.

Теүәл фәндәр менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған ҡыҙ быйыл өс олимпиада еңеүсеһе булған. Тырыш ҡыҙҙың күптәнге хыялы - Мәскәү физика-техник институтында уҡыу. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса ул уҡырға алынған да инде, әммә ул шул уҡ юғары уҡыу йортоноң икенсе белгеслеген һайламаҡсы.
Анна музыка мәктәбенең фортепьяно класын, сәнғәт мәктәбен тамамлаған. Үҙе гитарала уйнарға өйрәнгән, тау саңғыһында шыуырға ярата икән.
Фото: "Бәйләнештә"селтәренән.
Читайте нас: