+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 12:06

Бөгөн – Халыҡ-ара Юлбарыҫ көнө

Бөгөнгө көндә юлбарыҫтар юғалыу сигендә, шуға күрә уларҙы ҡурсалау кешелектең бурысы.

Улар Халыҡ-ара тәбиғәт ойошмаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән, 1947 йылдан был йыртҡыстарға һунар итеү тыйыла. 1955 йылдан юлбарыҫ балаларын аулау ҡәтғи сикләнгән.
2010 йылдың ноябрендә беренсе тапҡыр «Юлбарыҫ саммит»ында ошо байрам раҫлана. Был форумда Ер йөҙөндәге ошо йыртҡыстарҙы һаҡлау мәсьәләләре күтәрелә.
Юлбарыҫ көнө төрлө урында төрлөсә байрам ителә. Ҡайһы бер зоопарктарҙа хайуандарҙы был көндө махсус паёк менән һыйлайҙар.
Беҙҙә лә Алыҫ Көнсығышта Юлбарыҫ көнө билдәләнә. Ул сентябрҙең дүртенсе йәкшәмбеһенә тура килә. Был идеяны 1995 йылда яҙыусы-натуралист, эколог Владимир Тройнин тәҡдим итә. Ул мәктәптәрҙә, китапханаларҙа 5 йыл буйына тәбиғәткә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында дәрестәр үткәрә, экологик экскурсиялар, «Юлбарыҫ көнө» тигән уҡыуҙар ойоштора. Рәсми рәүештә 2008 йылдан алып байрам ителә. Кем ҡырағай тәбиғәткә, был йыртҡыстарға битараф түгел, тирә-яҡ мөхит тураһында ҡайғырта, шуларҙы берләштерә был көн.
Фото https://www.karusel-tv.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: