+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 13:57

Диңгеҙгә барҙыңмы? Тест бир!

Кемдәр илдең көньяҡ курорттарында, Краснодар крайында, Ҡырымда ял итеп ҡайтҡан, шуларҙы коронавирусҡа тикшерә башлайҙар.

Аэропорт, вокзалдарҙа, автомобиль менән барыусыларҙы өйҙәренә барып. Был ҡарар Башҡортостан Республикаһында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителгән. Сөнки рөхсәт булыу менән күп халыҡ диңгеҙ буйына ағылды. Унда битлек кеймәй, социаль аралыҡты һаҡламай йөрөйҙәр. Көньяҡтың бер нисә төбәгендә коронавирус инфекцияһы сығанағы барығы билдәле.
Оператив штаб Башҡортостан халҡын быйылға диңгеҙгә барыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә. COVID-19 вирусы таралыу ҡурҡынысы бөтмәгән әле, ә халыҡ күп йыйылған урындарҙа бигерәк тә хәүеф ҙур.
Читайте нас: