+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 13:32

Августа ла һыу инһәгеҙ...

Июль тамамлана. Халыҡ араһында, августа һыу инергә ярамай, тигән һүҙ йөрөһә лә, көн эҫе булһа, нисек түҙәһең?

Тик һыу ингәндә хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмайыҡ. Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына рәхәтләнеп йөҙәйек. Ҡырағай пляждарҙа фажиғә, бәлә-ҡаза күп була. Өфөлә йәй башынан 18 кеше шундай урындарҙа батҡан.
Балаларҙың һәләк булыуы борсоуға һала. Нуриман районынан 10 йәшлек ҡыҙҙы биш көн буйына эҙләнеләр. Ул өләсәһе өйөнән сығып, ике туған апаһы балыҡ тотҡан ергә Ҡариҙел буйына йүнәлгән була. Апаһы һыуҙа тауыштар ишетеп, баланы эҙләп ҡарай, шунан ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Ирекмәндәр, водолаздар ентекләп эҙләй, һөҙөмтә булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш көндән йылғаның икенсе ярына сығыусы көтөүсе уның үле кәүҙәһен таба. Ниндәй фажиғә... Хәҙер урында тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Һыу буйына өлкәндәрһеҙ бармаһағыҙ ине, балалар. Һыу ингәндә ағын ергә, өйрөлтмәккә эләгеүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Читайте нас: