+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 09:10

Технологик түңәрәктәр вәкилдәре кәңәшмәгә йыйылды

Милли технологик башланғыстың түңәрәк хәрәкәте йәйге кәңәшмәһен үткәрҙе.

Унда өҫтәмә белем биреү вәкилдәре, уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар ҡатнашты. Түңәрәк асыу һәм алып барыу юлдары тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Билдәле булыуынса, Милли технологик башланғыстың түңәрәк хәрәкәте мәсьәләләре "Фән" милли проектына ингән.
Сара барышында түңәрәктәр фестивале, йәғни Бөтә Рәсәй түңәрәктәр конкурсының икенсе этабы үтте. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Севастополь ҡалаларынан, Башҡотостан, Яҡут (Саха) республикаларынан, Белгород, Мәскәү, Новгород, Новосибирск, Ростов, Тверь, Томск өлкәләренән 22 түңәрәк вәкиле онлайн-дәрестәр күрһәтте.
Дөйөм алғанда, кәңәшмәлә Рәсәйҙән 1 мең 200 кеше ҡатнашты.
Фото: "Бәйләнештә"
Читайте нас: