+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 12:12

Юл ҡағиҙәһен белмәгәнме?

Республиканың бер районында 15 йәшлек мотоциклист автомобилгә бәрелеп, дауаханаға эләккән.

Уның тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ, әлбиттә.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, үҫмерҙең водитель танытмаһы ла юҡ, юл ҡағиҙәһен дә үтәмәгән. Билдәле булыуынса, беҙҙең илдә ике тәгәрмәсле транспорт менән идара итеү өсөн танытма 16 йәше тулғандарға, тейешле уҡыу курсын үткәндән һуң ғына бирелә.
Әйткәндәй, үткән аҙнала профилактик рейдтар күрһәтеүенсә, 16 мең 347 юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән. Улар иҫәбендә 350 иҫерек водитель;

494 тыйылған урындарҙа ҡаршы юлға сығыу; балаларҙы автомобилдә йөрөтөү буйынса 338 ҡағиҙә боҙоу осрағы һәм башҡалар асыҡланған.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ.
Читайте нас: