+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 16:35

Иғтибар: акция "ЙӘЙ2020"

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф һәм фән буйынса ресурс үҙәге "ЙӘЙ2020" исемле акция ойоштора. Бында ҡатнашыр өсөн "Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?" тигән темаға инша яҙырға һәм #инша2020 хэштеге менән "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмгә яңылыҡ итеп ҡуйырға кәрәк.

Быйыл акция башҡорт телендә үтәсәк. Иң оҫта яҙылған иншаға бүләк тә буласаҡ. Ниндәй бүләк, тиһегеҙме? Әлбиттә, бөтә мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тултырылған портфель.
Иншаларҙы 2020 йылдың 20 августҡа тиклем ҡуйырға кәрәк. Ҡатнашығыҙ, бәлки төп приз һеҙгә эләгер!
Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда.
Читайте нас: