+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 12:40

Икенсе этапҡа күсмәйбеҙ әле...

Бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы коронавирус пандемияһы айҡанлы сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсергә әҙер түгеллеген белдергән.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле төбәктә барлығы 6 мең 851 кешенең COVID-19 йоҡтороуы билдәле. 5 мең 201-е һауыҡҡан. Дауаханаларҙа 187 кеше ята, шуларҙың 38-е ауыр хәлдә. 1 мең 440 ауырыу өйҙә дауалана икән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек һайын аурыусылар һаны арта бара. Былай барһа, алдан уйлағанса, кинотеатрҙарҙың да 15 августа асылмауы бар. Белем көнөнә лә яҡшы күрһәткестәр менән сығырға тейешбеҙ...
Һаҡ булайыҡ: битлекһеҙ йөрөмәйек, социаль аралыҡты һаҡлайыҡ, иммунитетты нығытыу өсөн дөрөҫ туҡланайыҡ.
Читайте нас: