-13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 09:47

Яңы ауыл клубы төҙөлә

Илеш районының Ябалаҡ ауылында 300 урынға иҫәпләнгән яңы ауыл клубы төҙөлә. Бындай мөмкинлеккә улар «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә эйә булды.

Был объектты төҙөү эштәрен ошо йылдың ноябрендә тамамлау күҙаллана. Әлеге ваҡытта стенаһын һалыу тамамланыу өҫтөндә, ҡыйығын ябырға әҙерлек бара. Шул уҡ ваҡытта клубты технологик ҡоролмалар, йыһаздар һәм музыка ҡоралдары менән комплектлау эштәре лә башҡарыла.
Өр-яңы ауыл клубы халыҡты үҙенә йәлеп итеүсе бер үҙәк буласаҡ. Сөнки бында ҙур тамаша залынан тыш, китапхана, балалар музыка мәктәбе лә урынлашасаҡ.


Читайте нас в