+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 09:00

Ҡандралағы яңы моделле китапханала бөтә уңайлыҡтар бар

Туймазы районы Ҡандра ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙағы тәүге моделле китапхана асылды.

Бында капиталь ремонт эшләнгәндән, яңы заман ҡоролмалары алынғандан һуң бина яңыса форматта эшләй башланы. Ошондай учреждениеларҙы асыу республикабыҙҙың йәшәү өсөн уңайлы төбәк икәнлеген күрһәтә.
Китапханала бөтә йәштәге ҡулланыусылар өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Ял итеү, уҡыу, осрашыуҙар үткәреү һәм ижад өсөн зоналарында хәҙерге заман мәғлүмәт технологияларына инеү мөмкинлеге лә бар.
Китапханала балалар зонаһы йыһазландырылған, унда ҡыҙҙар һәм малайҙар ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрә ала. Бының өсөн бөтә кәрәкле ҡоролмалар ҙа бар: «интерактив иҙән» системаһы, «интерактив өҫтәл», ҡом менән һүрәт төшөрөү өсөн яҡтылыҡ өҫтәле. Ҙурыраҡтар өсөн макраме үреү, бәйләү, әүәләү, һүрәт төшөрөү өсөн ижади лаборатория эшләй.
Йәштәр зонаһы, юғары тиҙлектәге интернет селтәренә тоташтырылған, күп функциялы электрон китап уҡыу залы ла килеүселәрҙе үҙенә йәлеп итә. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә барлыҡ уңайлыҡтар бар.



Читайте нас: