+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 15:09

"Самауырлы ритайым"

Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан гөрләп тора. Музыканттар, төрлө төркөмдәр сығыш яһай. Электр самокаты, төрлө машиналарҙа елдерергә мөмкин, пони ҙа бар. Ә саҡ ҡына аҫтараҡ, Ағиҙел ярында башҡорт йәштәренең ритайымы бара.

"Самауырлы ритайым"ға аҙнаның һәр шаршамбыһында йыйылалар икән. Унда самауыр сәйе эсеп, башҡорт йыр-моңдарына бейеп, милләттәштәр менән осрашып, ял итеп ҡайтырға мөмкин. Бында йәштәр генә түгел, күңелдәре менән йәштәр балаларын эйәртеп тә килә. Сара киске сәғәт 8-ҙә башлана. Рәхим итегеҙ.
Читайте нас: