+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 15:57

«Ҡариҙел буйы башҡорттары йыйыны» дистанцион рәүештә уҙа

15 августа Балаҡатай районында «Ҡариҙел буйы башҡорттары йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы үтә. Уның сиктәрендә «Ҡатай йыйыны» ла ойошторола. Быйыл саралар дистанцион рәүештә уҙғарыласаҡ.

Байрам программаһында төбәк-ара этно-форумын, «түңәрәк өҫтәл», «Ҡатай һылыуы» конкурсын үткәреү, «Ҡатай» музейын ҡарау, Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан һәм 112-се башҡорт атлылар дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә арнап балалар араһында ойошторолған йыр конкурсына йомғаҡ яһау, штандартты Белорет районына тапшырыу ҡаралған.
Белешмәләр өсөн телефондар: + 7 (34750) 2-11-61, 2-14-64, +7 (964) 960-84-62 – Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Кәримова, +7 (965) 666-20-68 – Әлиә Алик ҡыҙы Әмекәсева, +7 (960) 803-26-39 – Илдар Тәлғәт улы Шәрипов.
Читайте нас: