+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 09:55

Виталий Мутко «Дом.РФ» эшмәкәрлеге менән таныштырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Дом.РФ» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Виталий Мутко менән осрашты. Ул ил етәксеһенә 2020 йылда үҫеш институты тарафынан тормошҡа ашырылған ипотека кредиттары һәм торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә күрһәтелгән ярҙам саралары, шулай уҡ уның эшмәкәрлегенең перспектив йүнәлештәре хаҡында ла һөйләне.

Дом. РФ – ул үҫеш институты, торлаҡ өлкәһендә үҫешкән төп институттарҙың береһе. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – илдең торлаҡ сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү.
Үткән йылда, һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса, Дом.РФ банкыһын булдырҙыҡ. Ул хәҙер – төҙөлөш банкыһы, торлаҡ тармағында әүҙем реформа менән шөғөлләнә. Беҙ проекттар төҙөүҙе финанслау менән дә, шулай уҡ ерҙәрҙе әйләнешкә йәлеп итеү менән дә шөғөлләнәбеҙ.
Тағы ла беҙ ипотека программаларының операторҙары ла булып торабыҙ. Һеҙҙең белеүегеҙсә, Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы – 2 процент һәм ғаиләләргә 450 мең һум түләү, шуға ҡушып – ғаилә ипотекаһы ла, – тип белдерҙе Виталий Мутко.



Читайте нас: