+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 09:55

1 миллион 500 меңдән ашыу тыйылған материал юҡҡа сығарылған

Президент Владимир Путин элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Андрей Липов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу барышында персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса ведомство эшмәкәрлеге, тыйылған контентты асыҡлау, элемтә селтәрҙәрен үҫтереү мәсьәләләре хаҡында фекер алыштылар.
– 2012 йылда интернет селтәренән тыйылған контентты алып ташлау буйынса ҡанун ҡабул ителгәндән алып бөгөнгәсә 1 миллион 500 меңдән ашыу материал юҡҡа сығарылды. 2019 йылда ғына – 531 мең материал. Бында тәүге урында экстремистик һәм террористик ойошмаларҙың материалдары тора, 208 мең материал, – тип белдерҙе Андрей Липов.
Ул ил етәксеһенә ведомство эше хаҡында ла ентекле һөйләне.


Читайте нас: