+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 17:04

Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эшләйәсәк

1 сентябргә тиклем 3 аҙналай ғына ваҡыт ҡалды. Кемдер мәктәпкә барырға дәртләнә, кемдер өйҙә уҡытырҙармы икән, тип икеләнә. Аныҡ ҡына яуап булмаһа ла белем усаҡтарын пандемия шарттарында уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләйҙәр.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Мәскәүҙә үткән "Милләт һаулығы - Рәсәй үҫешенең нигеҙе" тигән Бөтә Рәсәй форумында сығыш яһаған. "Беҙ белем усаҡтарына яңылыҡ индерергә булдыҡ. Балалар күбеһенсә коронавирусты бер ниндәй билдәһеҙ кисерһә лә, уҡытыусылар, бүтән хеҙмәткәрҙәр менән аралашалар. Шуға күрә сир таралыу хәүефе ҙур. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса белем усаҡтарында тәүге аҙналарҙа студент-медиктарҙан торған медицина инспекторҙары эшләйәсәк. Улар социаль аралыҡты, мәктәпте әҙерләүҙе, унда дезинфекция үткәреүҙе контролдә тотасаҡ. Республикала 2 меңдән ашыу белем усағы бар, беҙ коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ошо яңылыҡты индерҙек. Был аҙым бөтә ил өсөн кәрәкле һәм дөрөҫ булыр ине, моғайын", - тип белдергән ул.
Фото: интернет селтәренән.
Читайте нас: