+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 12:39

"Урал батыр" ҙа - дистанцион форматта

Быйыл "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең XXII республика конкурсы дистанцион форматта үткән.

Унда Башҡортостандың 31 районы һәм 7 ҡалаһынан, шулай уҡ Татарстандан, Ханты-Мансы автономиялы округынан, Канаданан уҡыусылар ҡатнашҡан. Гран-при Илеш районының Т.Нәжмиев исемендәге Ябалаҡ мәктәбенән Диана Агалиеваға тапшырылған.
Шулай уҡ Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Белорет, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Илеш райондары уҡыусылары яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.
Читайте нас: