+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 09:00

Яңы 109 фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем яңы 109 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулаториялар эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Уның билдәләүенсә, быйыл Салауаттағы күп функциялы дауахананы сафҡа индереү, Октябрьскийҙағы 1-се ҡала дауаханаһының хирургия корпусын төҙөкләндереүҙе тамамлау ҙа планға индерелгән. Өфөлә, Бөрөлә, Саҡмағошта поликлиникалар төҙөлә. 7 августа республика клиник онкология диспансерының яңы хирургия корпусы асылған. Өфө районында республика клиник инфекция үҙәге уңышлы эшләп килә.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" һәм "Яман шеш ауырыуҙары менән көрәш" төбәк проекттары сиктәрендә медицина учреждениеларын юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырыуға әҙерләүгә 135 миллион һум ҡаралған. Республика Башлығы Радий Хәбиров инфекция базаларын йәйелдереү уңайынан һатып алынған 8 томография эше менән дә ҡыҙыҡһынды. Максим Забелиндың һүҙҙәренсә, ике аппарат ҡулланыла, тағы ла алтауһы сентябрь аҙағында эшләй башлаясаҡ.
Читайте нас: