+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 10:03

Ике ил президенты телефондан нимә һөйләшкән?

Кремль сайты Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Әзербайжан Президенты Илһам Әлиевтың телефондан һөйләшеүен хәбәр итә.

Ике ил башлығы көнүҙәк темаларҙы тикшергән, бөтә өлкәлә Рәсәй һәм Әзербайжан бәйләнешен нығытыу тураһында ла һүҙ алып барған. Илһам Әлиевтың Владимир Путинды коронавирус инфекцияһына вакцинаны теркәүҙәре менән дә ҡотлауы белдерелә. Төбәк мәсьәләләре буйынса, шул иҫәптә июлдә булған әзербайжан-әрмән дәүләт сигендәге хәлдең киҫкенләшеүе хаҡында ла фекер алышҡандар. Рәсәй Федерацияһы яғынан көсөргәнешкә килтергән эшмәкәрлеккә юл ҡуймау мөһимлеге билдәләнгән.





Алексей Никольский фотоһы.
Читайте нас: