+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 23:36

Мәскәүҙә 1 сентябрҙә линейкалар булмаясаҡ

Мәскәү мэры Сергей Собянин илдең баш ҡалаһында 1 сентябрҙә тантаналар һәм бүтән саралар булмаясаҡ, әммә уҡыу башланасаҡ, тип белдергән. Был турала ТАСС хәбәр итә.

Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов әйтеүенсә, "илдең һәр төбәгендә үҙҙәрендәге эпидемиологик хәлде яҡшы беләләр һәм Белем көнөн нисек үткәреүҙе үҙҙәре хәл итәсәктәр. Һаулыҡ - беренсе урында. Ҡайҙалыр 1 сентябрҙә тантана үткәрә алмаһалар ҙа бүтән форматта дөйөм байрам кәйефе булдырыласаҡ".
Быйыл ауырымаҫ өсөн иң мөһиме санитар нормаларҙы үтәргә кәрәк икәнен, әлбиттә, һәр кем яҡшы аңлайҙыр.
Фото: culture.ru
Читайте нас: