+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 13:12

Сәйәхәт һөҙөмтәһе буйынса «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» фильмы төшөрөләсәк

Башҡортостанда «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тигән проект старт алды. Ул педагогтар һәм ата-әсәйҙәрҙең ассоциацияһы башланғысы менән булдырылған. Әлеге проект – өсөнсө республика Башлығы гранттар конкурсы еңеүсеһе.

Проект сиктәрендә күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ҡиммәттәрен күтәреүгә, республикалағы ғаилә кәсептәре, йолаларын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән төрлө саралар үтәсәк. 10 августа «Ғаилә кадрҙа» конкурсы башланды. Унда ҡатнашыусылар ғаилә кәсебе, шөғөлдәре хаҡында видеояҙма тәҡдим итергә тейеш. Еңеүсе күп балалы ғаиләләр өсөн Нуриман районына өс көнлөк тематик сәйәхәт ойоштороласаҡ. Бында улар оҫталыҡ дәрестәрендә, ижад һәм спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ, Ҡыҙыл ҡаяға һәм Павловка һыу һаҡлағысына экскурсия ойоштороу ҙа ҡаралған. Сәйәхәт һөҙөмтәһе буйынса «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тигән фильм төшөрөләсәк.
Проекттың тағы ла бер сағыу ваҡиғаһы – «Ғаилә ҡиммәттәре – 2020» күп балалы ғаиләләр фестивале. Был сарала «Ғаилә кадрҙа» бәйгеһе ҡатнашыусылары һәм еңеүселәре тәбрикләнәсәк. Уны 27 ноябрҙә уҙғарыу көтөлә. Фестивалдә презентациялар үткәреү, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү, фото һәм видеоға төшөү, консультация биреү зоналары эшләйәсәк, «Ғаилә кәсебе» ижади эштәр күргәҙмәһе ҡуйыласаҡ, «түңәрәк өҫтәл» дә уҙасаҡ.
Читайте нас: