+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 09:58

Яңауыл дауаханаһында һаҡсыл етештереү системаһы индерелгән

Яңауыл районы дауаханаһында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә яңы проект тормошҡа ашырылған.

Уның буйынса һаҡсыл етештереү технологияларын ҡулланып, беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтелә. Халыҡҡа сифатлы ярҙам күрһәтеү һәм уңайлылыҡты арттырыу өсөн поликлиника бүлексәләрендә уңайлы навигация булдырылған, поликлинаның холында администраторҙары бар, берҙәм диспансеризация үтеү көнө билдәләнгән, тикшереү үтеү өсөн рентгенография, УЗИ үтеүгә, лаборатор анализдар биреүгә, ФГДС, ФКС, функциональ диагностика методына яҙылыу тулыһынса электрон расписание буйынса башҡарыла.




Читайте нас: