+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 17:27

Оҫталыҡ дәрестәренә рәхим итегеҙ!

Баш ҡалабыҙҙағы Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейының «Балсыҡ батшалығы» ижади оҫтаханаһы балаларҙы һәм өлкәндәрҙе керамика буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡыра.

Керамик сулпы эшләргә өйрәнеү 18 августа көндөҙгө сәғәт 2-лә уҙа. Ә инде десерт өсөн тәрилкә яһау серҙәрен белгегеҙ килһә, һеҙҙе 20 һәм 27 августа көндөҙгө сәғәт 12-лә көтөп ҡалалар. Бөтә кәрәкле материалдар ҙа бирелә, оҫталыҡ дәрестәре сәғәт ярым дауам итә. Улар музей залдарында уҙа, керамика буйынса оҫта Юлиә Ларц ойоштора. 8-927-239-05-57 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк.
Читайте нас: