+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 10:33

Балалар баҡсалары ҡасан эшләй башлар?

Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Алина Ғәлина республикабыҙҙа ҡасан бөтә балалар баҡсалары эшләй башлаясағын хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус пандемияһы арҡаһында балалар баҡсалары эштәрен туҡтатып, тик дежур төркөмдәр генә ҡалдырылғайны.
– 17 авгусҡа ҡарата балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләй. Ә 1 сентябрҙән бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, штат режимында барлыҡ балалар баҡсалары ла асыласаҡ, – тип аңлатма бирҙе ул.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 1027 балалар баҡсаһы иҫәпләнә.
Читайте нас: