+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 10:26

Башланғыс синыф уҡыусылары ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителә

Башҡортостанда 225 меңгә яҡын башланғыс синыф уҡыусыһы мәктәптәрҙә бушлай туҡланасаҡ. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

– Ил президенты хәл итеүе буйынса бындай мөмкинлеккә эйә булдыҡ. Беҙгә Рәсәй ҡаҙнаһынан 778 миллион бүленде. Әлеге суммаға үҙебеҙҙең ҡаҙнанан 106 миллионды өҫтәйбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикабыҙҙа күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙы бушлай ашатыу һаҡлана, ә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр дәүләт иҫәбенә көнөнә ике тапҡыр ашаясаҡ.
Фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.
Читайте нас: