+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 15:42

Мәктәптәрҙә дәрестәр нисек үтәсәк?

Сентябрь етергә лә күп ҡалманы. Ә республика мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы ниндәй шарттарҙа башланасаҡ һуң? Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, 1 сентябрҙән барлыҡ уҡыусыларҙың да парта артына ултырыуы хәл ителгән. Тик ҡуйылған бөтә һаҡланыу талаптарын үтәргә генә кәрәк буласаҡ.

Беренсенән, белем усаҡтарында кабинет системаһы индерелә. Уҡыусылар элекке кеүек бүлмәнән бүлмәгә күсеп йөрөмәйәсәк. Былар физкультура, физика, химия, информатика, технология дәрестәренә генә ҡағылмай.
Тәнәфестәр ҙә үҙгәреп тороусан буласаҡ.
Белем усаҡтарында бөтә өлкәндәр өсөн – ҡәтғи битлек режимы.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ағымы бүленәсәк. Белем учреждениеһының төп ишектәре, эвакуация юлдары ла асыҡ торасаҡ.
Бүлмәләр һәм коридорҙары график буйынса елләтеү, уларҙы дезинфекциялау саралары менән эшкәртеү мотлаҡ һанала.
Балалар күп булған урындарҙа – ашханала, спорт залында, коридорҙарҙа һауа рециркуляторҙары ҡуйыласаҡ.
Мәктәптәрҙә дәрес башланыр алдынан мотлаҡ һәр кемдең температураһы үлсәнәсәк. Балаларҙы автобус менән йөрөтәләр икән, ултырыр алдынан тикшереү ҡаралған.
Дәрестәр биш минутҡа ҡыҫҡара.
Һанап үтелгән шарттарҙың үтәлешен медицина инспекторҙары тикшерәсәк. Улар белем усаҡтарында 1 сентябрҙән индерелә. Кемдәр эшләйәсәкме? Башҡорт дәүләт медицина университеты, медицина колледждары студенттары, өлкән курста уҡыусылар. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр БДМУ һәм республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы квалификацияны күтәреү үҙәгендә әҙерлек үткән.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: