+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 18:42

Белем көнөнә арналған тантаналар нисек уҙасаҡ?

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, Белем көнөнә арналған ғәҙәти тантаналы линейкалар беренсе, туғыҙынсы, ун беренсе синыфтар өсөн генә уҙасаҡ. Ә ҡалғандар өсөн линейкалар дистанцион рәүештә ойоштороласаҡ.

Иртәнге сәғәт 10-да тәүге асыҡ дәресте республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк. Унан барыһы өсөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй асыҡ онлайн-дәресе башланасаҡ. Бынан һуң уҡыусыларҙы синыф сәғәте көтә, уҡытыусылар яңы уҡыу йылында уҡытыуҙы ойоштороу тураһында һөйләйәсәк.
Читайте нас: