+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 09:50

«Урыҫ география йәмғиәте»н Президент ҡотланы

«Урыҫ география йәмғиәте» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы 175 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотлау телеграммаһын ебәрҙе.

«Донъяның боронғо география йәмғиәттәренең береһенә нигеҙ һалыу башында күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр, билдәле ғалимдар, сәйәхәтселәр, меценаттар, шәфҡәтлелек күрһәтеүселәр, уҡымышлы, маҡсатына ынтылған кешеләр, ысын ижад итеүселәр һәм ҡаһармандар торҙо. Тап улар Ватанға намыҫлы, тынғыһыҙ хеҙмәт итеүҙең һоҡланғыс традицияларын һалды, Урыҫ география йәмғиәте эшмәкәрлегенең төп, мөһим йүнәлештәрен үҫтереүҙә уникаль өлөш индерҙе. Йәмғиәт диңгеҙ һәм ҡоро ер экспедицияларын ойоштороуҙа ҡатнашты, аң-белем таратыу эшенә лә күп иғтибар бүлде, ҡурсаулыҡ эшен, илдә тәүге юғары уҡыу йорттарын асыуҙа һәм география йүнәлешендәге музейҙарҙы булдырыуҙа башлап йөрөүсе булды», – тиелә ҡотлау тексында.




Читайте нас: