Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 19:38

Яңы уҡыу йылына дәрестәр теҙмәһе билдәле булды

Коронавирус пандемияһы арҡаһында республикабыҙ уҡыусылары яңы дәрестәр теҙмәһе буйынса уҡыясаҡ.

I – IV синыфтар ике сменала белем аласаҡ. Тәүгеләре өсөн дәрестәр иртәнге 8 һәм 8.20 сәғәттәрҙә башланып, бишенсе дәрес 11.45 һәм 12.05 сәғәттәрҙә тамамланасаҡ. Ә икенсе смена 12.00 һәм 12.20 сәғәттәрҙә башланһа, һуңғы дәрес 15.45 һәм 16.06 сәғәттәрҙә бөтәсәк.
V – XI синыфтар ҡағылғанда, улар өс ағымға бүленәсәк. Тәүгеләре иртәнге 8-ҙән 12.40 сәғәткә тиклем (6 дәрес) уҡыһа, икенселәре – 12.30-ҙан алып 16.25-кә тиклем, ә өсөнсөләре 15.50-нән 19.35-кә тиклем (5 дәрес).
Дәрестәр һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса ла үҙгәрештәр бар, улар ҡыҫҡартылып, 35 минут дауам итәсәк. Тәнәфестәр өсөн 10 минут ваҡыт бүленә. Ә ашау өсөн ваҡыт 20 минуттан ашмаясаҡ.
Читайте нас в