Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә арналған һүрәттәр бәйгеһендә ҡатнашығыҙ
Йәй айы ла тамамланып бара. Тимәк, оҙаҡламай малайҙар һәм ҡыҙҙар мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына юл тотасаҡ. Шул ваҡытта юлдарҙа хәүеф һағалап торғанын оноторға ярамай. Наташа Едыкина исемендәге юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүсе балаларға ярҙам итеү хәйриә фонды белем биреү учреждениеларына шәхсән маршрут эшләргә һәм уны ижади эштәрҙә сағылдырырға тәҡдим итеп, Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыра.