+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 14:40

Бесәйҙәр күргәҙмәһенән ситтә ҡалмағыҙ!

Республикабыҙҙың Фелинология федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа 29-30 августа бесәйҙәр күргәҙмәһе үтәсәк. «Тормош яйлап рәтләнә башланы, саралар дауам итә, тик социаль арауыҡты һәм һаҡланыу сараларын үтәү мотлаҡ», – ти ойоштороусылар.

Был күргәҙмәлә бесәйҙәрҙең төрлө төрҙәрен күрергә мөмкин буласаҡ. Унан тыш, көсөк, көҙән, кимереүселәр, үрмәксе һәм тараҡандар кеүек башҡа йорт тәрбиәләнеүселәрен дә күрһәтеү көтөлә.
Күргәҙмә «ВДНХ-Экспо» комплекс майҙансығында иртәнге 10-дан киске 6-ға тиклем эшләйәсәк. Билет хаҡы – 300 һум, балаларға – 200 һум, 7 йәшкә тиклемгеләргә инеү бушлай.
Читайте нас: